Родителям
Ата-әсәләр өсөн
Балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү

Ата-әсәләргә кәңәштәр

«Башҡорт әкиәттәрен уҡыйбыҙ»

Башҡорт халыҡ әкиәттәре


Төп бурыстарҙың береһе булып баланың бәйләнешле телмәрен үҫтереү тора. Ул туған телдең яңғырашына, лексикаһына, грамматикаһына эйә булыу тигән һүҙ. Һөйләшеүсе үҙ телмәрен үҙаллы ҡора, предметтарҙы, күренештәрҙе, хәлдәрҙе тасуирлағанда йөкмәткенең айырым өлөштәрен эҙмә–эҙлекле башҡарырға тейеш: әһәмиәтле эпизодтарын төшөрөп ҡалдырмаҫҡа, урындарын алмаштырмаҫҡа, кәрәкмәгән өҫтәүҙәр индермәҫкә, фекерҙе тамамлай белергә, бер төрлөлөккә, ҡабатлауҙарға юл ҡуймаҫҡа өйрәнә. Балаларҙың телмәрен үҫтереү өсөн уларға асыҡ һәм аңлайышлы итеп һөйләргә, һүҙ байлығын үҫтерергә, төрлө китаптар ҡарарға кәрәк.

Әгәр ҙә баланы кескәй саҡтан уҡ ҡыҙыҡлы китапҡа, шиғри телгә ихтирамлы итеп тәрбиәләһәң, ул белемгә ынтылыусан, телгә зирәк, кеше менән аралашыусан булып үҫә. Уның телмәре лә үҫешкән була. Баланың бәйләнешле һөйләү телмәре картина буйынса фекер алышҡанда, матур әҙәбиәт уҡығанда үҫешә. Бына баланың әкиәт менән осрашыуын алайыҡ. Әкиәт геройҙары балаға таныш: әтәс, тауыҡ, эт, төлкө, ҡуян һ.б. Әкиәттә йәнлектәр предметтар кеүек үк һөйләшәләр, эш итәләр. Был баланы ҡыҙыҡтыра, шатландыра. Әкиәт баланың аҡылын, уй–хистәрен, тойғоларын уята, үҫтерә. Ул әкиәт геройҙары менән шатлана, ҡыуана, ҡайғыра. Улар өсөн борсола, ҡыйыуҙары менән ғорурлана.

Баланың телмәрен үҫтереү өсөн “Төлкө менән айыу”, “Эт үҙенә нисек хужа тапҡан?” , “Айыу менән бал ҡорттары” тигән башҡорт халыҡ әкиәттәрен, “Шалҡан”, “Тирмәкәй”, “Ҡыҙыл башлыҡ” рус халыҡ әкиәттәрен уҡырға, аҙаҡ уларҙың эстәлеген һөйләргә, йә уларҙың йөкмәткеһе буйынса әңгәмәләшергә кәрәк. Был саҡта баланың әкиәт геройҙарына ҡарата булған үҙ мөнәсәбәттәрен белергә һәм уларҙы бергәләп баһалау мөмкинселеге тыуа. Әкиәттәрҙән ҡыҫҡа ғына өҙөктәрҙе ролдәргә бүлеп, бергәләп уйнарға була. Әкиәттәр баланың фекерләүен, хәтерен, бәйләнешле телмәрен үҫтерә, кешелеклек сифаттары тәрбиәләүгә ярҙам итә.

Балалар эпитеттар уйларға бик ярата. Тәүҙә улар ябай һүҙҙәр уйлай, һуңынан төрлө яңы һүҙҙәр күҙгә салына. Синонимдар, антонимдар ҡулланыу ҙа баланың телмәрен үҫтереү, байытыу өсөн әһәмиәтле. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың һүҙлеген исемдәр менән генә түгел, сифаттар менән дә тулыландырырға кәрәк. Һөйләү телмәрен үҫтереүгә йомаҡтар, мәҙәктәр, шиғырҙар, һанамыштар ҙа булышлыҡ итә. Мәҡәлдәрҙе, әйтемдәрҙе ятлағанда мотлаҡ уларҙың мәғәнәһе аңлатылырға һәм артабан телмәрҙә дөрөҫ ҡулланылыуы күҙәтелергә тейеш.

Балалар менән ятлар өсөн шиғырҙарҙы һеҙ үҙегеҙ һайлап ала алаһығыҙ. Матур, асыҡ, аңлайышлы итеп һөйләүгә иғтибар биреү кәрәк. Тәүҙә үҙегеҙ, тауышты ҡайҙа күтәрергә, ҡайҙа түбәнәйтергә, ҡайҙа туҡтарға икәнлеген күрһәтеп, балаға уҡып сығығыҙ. Әгәр ятлап күрһәтһәгеҙ, бигерәк тә яҡшы.

Бала телдең грамматик төҙөлөшөн төшөнә башлай, ләкин хаталар осрап ҡуя. Килеш ялғауҙарын, ярҙамсы һүҙҙәрҙе дөрөҫ билдәләү, махсус һорауҙар ҡуйыу, яуапҡа тейешле ялғау йәки ярҙамсы һүҙҙе тура килтереп һайлау ярҙамында күнектерергә була. Балаларҙы аңлайышлы итеп һөйләргә, уларҙың һүҙ байлығын үҫтереүгә, китап ҡарарға, уҡырға ынтылыш тәрбиәләү ата – әсәләрҙең алдында торған ифрат ҙур бурыстар. Ҡыҙыҡһыныу баланың тәртибенә йоғонто яһай. Ҡыҙыҡлы әңгәмә өндәшмәҫ баланы ла ҡушылып, бергә һөйләшергә йәлеп итә. Шуға ла уны тирә – йүндәге үҙгәрештәрҙе күҙәтергә, күрергә, асыҡларға ярҙам итегеҙ, һүҙҙәр табығыҙ, аңлатығыҙ.

Телмәр үҫтереү эшендә картинаны ентекләп ҡарау һәм уның буйынса хикәйә төҙөү бик файҙалы. Һүрәттә күргәнде тасуирлауҙан тыш, балаға быға тиклем һәм һуңынан нимә булырын хикәйәләргә тәҡдим итергә була. Бала телмәрен байытыу һәм грамматик төҙөлөшөн формалаштырыу менән бергә уны төрлө өндәрҙе ишетергә, айырырға һәм асыҡ итеп һүҙҙәрҙе, фразаларҙы әйтергә өйрәтергә кәрәк. Был йәштә балалар бөтә өндәрҙе, һүҙҙәрҙе, фразаларҙы асыҡ, аңлайышлы әйтә, кәрәкле тауышты ҡуллана белә.

Шулай итеп, балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү тәрбиәселәрҙең дә, ата- әсәләрҙең дә төп бурысы булып тора. Мәктәпкә барғанда бала бөтә өндәрҙе лә дөрөҫ әйтеп, һөйләмдәрҙе дөрөҫ төҙөп, үҙенең уй–фекерен эҙмә – эҙлекле, йөкмәткеле һәм бәйләнешле итеп, ашыҡмайынса, ҡаушамайынса һөйләй белергә тейеш.

Балағыҙҙың ижади потенциалы

7-13 йәшлек балалар өсөн тест

Һәр “Эйе ” яуабына-1, “юҡ” яуабына-0 мәрәй .
1.Балағыҙ ниндәй ҙә булһа предметҡа ғәҙәти булмаған ҡулланылыш тапҡаны бармы?
2.Үҙ һәүәҫлеген үҙгәртәме?
3.Абстракт картиналар төшөрәме?
4.Уйлап сығарылған предметтар төшөрөргә яратамы?
5.Фантастик мажаралар яратамы?
6.Хикәйә йәки шиғырҙар яҙамы?
7.Ҡағыҙҙан төрлө һындар киҫеп алырға яратамы?
8.Ҡасан да булһа, үҙе белмәгән йәки донъяла булмаған әйбер эшләгәне бармы?
9.Берәй нәмәне үҙенсә үҙгәртергә теләгәне бармы?
10.Ҡараңғылыҡтан ҡурҡамы?
11.Яңы һүҙ уйлап тапҡаны бармы?
12.Был һүҙҙе аңлатмаһағыҙ ҙа аңлайышлы тип уйлағаны бармы?
13.йорт йыһаздарын үҙенә кәрәгенсә күсереп ҡарағаны бармы?
14.Был теләге уңышлы булдымы?
15.Нимәнелер булһа тәғәйенләнеше буйынса ҡулланғаны бармы?
16.Бәләкәй сағында төрлө предметтарҙың тәғәйенләнешен атай белә инеме?
17.Кейем һайлағанда үҙ теләгенә таянамы?
18.Уның башҡаларға асыҡ булмаған , үҙ эске донъяһы бармы?
19.Үҙе аңламаған нәмәләргә аңлатма биреүҙе һораймы?
20.Үҙен уратып алған күренештәргә аңлатма биреүҙе һораймы?
21.Үҙе уйындар һәм башҡа күңел асыу саралары уйлап сығарамы?
22.Күргән төштәрен иҫләйме һәм кисергән хистәрен һөйләйме?

Һөҙөмтәләр:
20-нән 23-кә тиклем мәрәй. Бик зирәк бала, тирә-яҡтағы әйберҙәргә ҡарата үҙ күҙлегенән ҡарай белә, уға артабан да шул йүнәлештә ярҙам итергә кәрәк.
15-тән 19-ға тиклем мәрәй. Бала һәр ваҡытты ла үҙ һәләттәрен аса алмай, ул нимә менән булһа ла ҡыҙыҡһынған саҡта ғына уйлап табыусан һәм зирәк. Уны ҡыҙыҡһындырған өлкәлә уңыштар яуларға ярҙам итегеҙю
9-ҙан 14-кә тиклем мәрәй. Әйберҙәргә үҙ ҡарашы мотлаҡ булмаған, күп кенә белем өлкәләре өсөн етерлек зирәклеге бар. Ләкин ижад менән шөғөлләнеү өсөн күп нәмәләр етмәй.
8-ҙән кәмерәк мәрәй.Балаға уйлап табыу һәләте етмәй, ләкин ул хатта ҡатмарлы һөнәрҙәрҙе лә, башҡарыусы булараҡ ҙур уңыштарға өлгәшергә мөмкин.

Ата- әсәләр өсөн логопед кәңәштәре


Һуңғы йылдарҙа насар һөйләшкән йә иһә бөтөнләй һөйләшмәгән балалар һаны артты. Бының сәбәптәре төрлө: экологик, социаль һәм психологик мөхиттең насарайыуы. Ошоға бәйле бала телмәре формалашыуында һәм үҫешендә мөхиттең роле ҙур. Мөхиттең теләһә ниндәй кәмселеге лә бала телмәре формалауышыуын сикләгән сәбәп буласаҡ.

Бала тирә – яҡтағыларҙың телмәренә оҡшатып һөйләргә тырыша.Шуға ла бала менән аралашалыусылар янында телмәр кәмселеге булған кешеләр бар икән, был сабыйҙың телмәрендә сағылыуы мөмкин. Бала телмәрен үҫтереү өсөн нимә эшләргә мөмкин?

· Сабый менән һөйләшергә һәм уның яуаптарын мотлаҡ тыңларға кәрәк.

Сабый әңгәмәләшеүсегә, уның менән һөйләшеүсегә генә түгел, ғөмүмән, иғтибарлы булған кешегә мохтаж.

· Баланы нимәләр эшләүе тураһында һөйләргә өйрәтегеҙ. Уға билдәле һүҙҙәрҙе ҡулланырға ярҙам итегеҙ. Сюжетлы уйындар уйнарға, уны һүҙҙәр менән һөйләп аңлатырға өйрәтегеҙ.

· Саф һауала йөрөгәндә сабый өсөн яңы предметтарҙы күрһәтеп, улар хаҡында һөйләгеҙ. Бала өсөн яңы булған һүҙҙәрҙе интонация ярҙамында билдәләгеҙ.

· Һеҙҙең балаға йүнәлтелгән телмәрегеҙ дөрөҫ булырға тейеш. Һүҙҙәрҙе һәм фразаларҙы асыҡ итеп әйтегеҙ. Баланың телмәрен ҡабатлап сөсөләнмәгеҙ. Һеҙҙең телмәр сабый өсөн үрнәк булырға тейеш!

· Бергәләп иллюстрациялы китаптар ҡарағыҙ. Кескәйегеҙҙе һеҙ әйткән һүрәттәрҙе күрһәтергә өйрәтегеҙ. Нимә төшөрөлгәнен үҙе әйтеүен һорағыҙ.

· Ата- әсә баланың һүҙлеге үҫеүгә, телмәр грамоталылығына ғына иғтибар итмәй, ә уның ишетеү һәләтен дә күҙ уның тота. Эш ике йүнәлештә алып барыла: ишеткәнде төшөнөү һәм әйтелеште камиллаштырыу.

· Ишетеү һәләтен үҫтереү маҡсатында баланы эргәһендәгеләрҙең телмәрен тыңларға, үҙ телмәрен тыңларға, үҙ телмәрен ололарҙыҡы менән сағыштырғанда, контролләргә өйрәтергә кәрәк. Бала менән тауышлы предметтар һәм уйынсыҡтар ярҙамында уйындар үткәреү файҙалы.

· Ҡайһы бер өндәрҙе, ҡатмарлы һүҙҙәрҙе әйттереү өсөн бөтә артикуляцион аппаратты күнектереү мотлаҡ. Тел, ирен мускулдарын нығытыу, уларҙың хәрәкәтсәнлеген үҫтереү мотлаҡ. Бының өсөн өндәрҙе әйттереү уйындары, шулай уҡ телмәр аппараты өсөн гимнастика үткәреү файҙалы.

· Бала менән ритмдарын таҡылдатып ябай йырҙар йырлағыҙ.

Сабыйҙың тел үҙләштереүҙәге уңыштарының нигеҙендә уның тирә- яҡты танып белеүгә ынтылышы, аралашыу теләге һәм оҫталығы ята. Балалар телде социаль мөхиттә, ата- әсәләр менән аралашып өйрәнә. Сабыйығыҙ менән һөйләшкәндә уға үҙ фекерен белдереү өсөн аныҡ һүҙҙәр табырға ярҙам итегеҙ. Телмәрегеҙҙе ябайлаштырмағыҙ, кескәйегеҙҙең һорауҙарына ентекләп яуап бирегеҙ. Уға ҡыҙыҡлы китаптар уҡығыҙ, көн дә яңы нәмәләр белергә ярҙам итегеҙ. Ошо ябай ғына кәңәштәрҙе тотһағыҙ,сабыйығыҙ телмәренең уңышлы үҫешенә ярҙам итерһегеҙ.

Анкета для родителей первоклассников
Беренсе класс уҡыусыларының ата-әсәләре өсөн анкета

Общие сведения о ребенке и семье

Ф.И.О. ребёнка ________________________________________________________________________

Дата рождения (число, месяц, год) ________________________________________________________

Домашний адрес (регистрация) ___________________________________________________________

Домашний адрес (фактическое проживание) ________________________________________________

Домашний телефон _____________________________________________________________________

Какой детский сад посещал ребенок до школы, какой период? _________________________________

Ф.И.О. матери ________________________________________________________________________

Дата рождения (число, месяц, год) ________________________________________________________

Место работы, занимаемая должность ____________________________________________________

_______________________________________________________________________________________

Образование (подчеркнуть)

  1. Высшее
  2. Средне специальное
  3. Среднее
  4. Основное общее
  5. Нет образования
Телефон: рабочий ___________________ сотовый __________________________________________

Ф.И.О. отца ___________________________________________________________________________

Дата рождения (число, месяц, год) ________________________________________________________

Место работы, занимаемая должность ____________________________________________________

_______________________________________________________________________________________

Образование (подчеркнуть)

  1. Высшее
  2. Средне специальное
  3. Среднее
  4. Основное общее
  5. Нет образования
Телефон: рабочий ___________________ сотовый __________________________________________

Состав семьи (полная, неполная), сколько человек в семье ____________________________________

Гражданский брак (Ф.И.О. мужа, жены) ____________________________________________________

Другие дети (до 18 лет) в семье (количество)________________________________________________

Ф.И.О, дата рождения, где учатся (школа, класс), МБДОУ, работают:

___________________________________________________________________________________________________________________________

Безработные (зарегистрированы на бирже труда) __________________________________________________________________________________________________________________________

Другие родственники, совместно проживающие с ребенком, степень
__________________________________________________________________________________________________________________________

Категория семьи (подчеркнуть)

  • малообеспеченная (состоит на учете в комитете соцзащиты)
  • многодетная
  • многодетная малообеспеченная (состоит на учете в комитете соцзащиты)
  • ребенка (детей) воспитывает мать – одиночка
  • ребенка (детей) воспитывает вдова (вдовец)
  • опекунская
  • семья военнослужащих
  • семья, воспитывающая ребенка – инвалида
  • семья инвалидов
  • семья беженцев
  • семья вынужденных переселенцев
  • семья безработных родителей

Состояние здоровья Вашего ребенка

правша (левша) (подчеркнуть)

зрение _________________________________________________________________________________

слух ___________________________________________________________________________________

осанка ________________________________________________________________________________

аллергические реакции (указать на что)____________________________________________________

хронические заболевания _________________________________________________________________

частые заболевания _____________________________________________________________________


Психологический портрет ребёнка:

Положительные черты характера
___________________________________________________________________________________________________________________________

Отрицательные черты характера
___________________________________________________________________________________________________________________________

Увлечения, занятия, склонности ___________________________________________________________________________________________________________________________

На что обратить внимание учителей при работе с Вашим ребенком ____________________________________________________________________________________________________________________________

Особенности воспитания ребенка в семье

Есть ли у ребенка своя комната? __________________________________________________________

Если нет, то где и как оборудовано его спальное место, место для занятий и отдыха? ___________________________________________________________________________________________________________________________

С кем чаще всего ребёнок проводит время?__________________________________________________
Кто чаще всего гуляет с ребёнком?_________________________________________________________
Кто чаще всего играет с ребёнком?_________________________________________________________
Кто чаще всего читает ребёнку?___________________________________________________________
Какие меры воздействия на ребёнка применяются в Вашей семье?

____________________________________________________________________________________________________________________________

Какие навыки самообслуживания развиты у ребенка (уборка игрушек, постели и др.)
____________________________________________________________________________________________________________________________
Как ваш ребенок помогает в работе по дому?________________________________________________
___________________________________________________________________________________________________________________________

Дополнительное образование ребенка (или куда планируете записать):

_______________________________________________________________________________________

Увлечения в семье:______________________________________________________________________

___________________________________________________________________________________________________________________________
Есть ли дома выход в ИНТЕРНЕТ?_________________________________________________________

Инструкции и советы для родителей
Ата-әсәләр өсөн инструкциялар һәм кәңәштәр
This site was made on Tilda — a website builder that helps to create a website without any code
Create a website