Методическая копилка
Методик тупланма
Перечень опубликованных материалов
1. Как писать цифры
2. Календарно-тематический план по изобразительному искусству
3. Календаро-тематический план по музыке
4. Календаро-тематический план по литературному чтению
5. Календаро-тематический план по математике
6. Календаро-тематический план по физической культуре
7. Календаро-тематический план по русскому языку


План урока/ дәрес планы

Тема: М.Ғафури “Ҡыр ҡаҙы”

Маҡсат:

1) текстың йөкмәткеһен үҙләштереү;

2) һөйләү телмәрен үҫтереү;

3) тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: М.Ғафури портреты. М.Ғафуриҙың китаптары күргәҙмәһе.

Актив үҙләштереү өсөн һүҙҙәр: күл буйы, ҡыр ҡаҙы, аҙыҡ, һуңғы.

Дәрес барышы.

1. Артикуляцион күнегеү

“Һау булуғыҙ, аҡҡоштар!” (Ҡ. Даян һүҙҙәре, Р.Сәлмәнов көйө) йырын башҡарыу.

Һау булығыҙ, аҡҡоштар, аҡҡоштар,

Беҙҙең ҡанатлы дуҫтар, дуҫтар,

Яҙға килегеҙ тағы, матур бит Урал яғы.

2. Өй эшен тикшереү өсөн дәфтәрҙәрҙе йыйп алыу.

3. 117, 118 - се күнегеүҙәр

4. Яңы темаға күсер алдынан ошондай эш төрҙәрен башҡарыу:

1) уҡыусыарҙан һүрәттәр ярҙамында йылы яҡҡа китеүсе ҡоштарҙың исемдәрен ататыу;

2) уҡытыусы тарафынан шиғыр өҙөктәре уҡыу, уҡыусыларҙан ниндәй һүҙ төшөп ҡалыуын әйттереү:

а) Сибәр ҡошон тәбиғәттең

Һин күрерһең, яҙ булғас.

Талға баҫып, тал тибрәтеп,

Һайрар һары … . (Һандуғас)

б) Үткән саҡта урам буйлап

Шаян ҡош киҫер юлды.

Һырты ҡара, түше аҡ

… тиҙәр уны. (Ҡарлуғас)

(С.Кулибай)

в) Яңы яуған ҡар өҫтөнән

… лап-лап үттеләр,

Ҡыһыл тәпәйҙәре менән

Йондоҙ яһап киттәләр. (Ҡаҙҙар)

(С.Муллабаев)

5. 119 – сы күнегеү. М. Ғафуриҙың “Ҡыр ҡаҙы” тексы өҫтөндә эш:

1) автор тураһында ҡыҫҡаса белешмә: Мәжит Ғафури (Ғәбделмәжит Нурғәни улы Ғафуров) 1880 йылдың 3 авгусында Башҡортостандың Ғафури районының Еҙемҡаран ауылында тыуып үҫә. М.Ғафури “Ишан шәкерттәре” исемле тәүге шиғырын 1901 йылда яҙа. 1903 йылда “Себер тимер юлы йәки милләтең хәле” тигән китабы сыға. Шул йылдарҙан алып ғүмеренең аҙағына тиклем ижад итә. 1923 йылда ул Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була;

2) һүҙлек эше: күл буйы, ҡыр ҡаҙы, таба, аҙыҡ, һуңғы сәләм;

3) тексты уҡытыусының уҡыуы;

4) уҡыусылар тарафынан тексты үҙ-аллы уҡыу;

5) уҡыусылар тарафынан тексты тасуири уҡыу;

6) дәреслектәге һорауһарға яуап биреү;

7) текстың йөкмәткеһен һөйләү;

8) уҡыусыларға ҡоштарҙы һаҡларға кәрәклекте аңлатыу, уларға ярҙам итеү һәр уҡыусының изге бурысы икәнен төшөндөрөү.

6. Өҫтәлмә материал: ҡоштар тураһында йомаҡтар.

Ала ат еккән, тыранса тейәгән. (Һайыҫҡан)

“Был” һүҙен ике тапҡыр

Яҙҙым дә бергә ҡуштым.

Йә, уҡы, килеп сыҡты

Исеме ниндәй ҡоштоң? (Былбыл)

7. Дәресте йомғаҡлау. Уҡыусыларҙың яуаптарын баһалау.

8. Өйгә эш: текстың йөкмәткеһен һөйләргә өйрәнергә

Беҙҙең ауылдан ике генә саҡрым самаһында ергә төшкән ай кеүек түңәрәк, көмөш тәңкә кеүек ялтырап ята торған Аҡкүл тигән бик ҙур күл бар ине. Күлдең киңлеге 4—5 саҡрым самаһында булғанлыҡтан, уның бер яғынан икенсе яғында булған нәмәләр күҙгә саҡ-саҡ ҡына күренәләр ине...

Артабан уҡырға
Методы и технологии/ методтар һәм технологиялар

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы методтар һәм технологиялар ҡулланыу

Йөкмәтке

I. Инеш.....................................................................................................

II. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу.

1. Проектлау технологияһы...............................................................

2. Белем биреүҙә компьютер технологияһы...............................

3. Төркөмләп эшләү технологияһы................................................

III. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы методтар ҡулланыу

1. Коллектив уҡытыу алымы.

IV. Библиография..................................................................................

Инеш

Мәктәп – тормош көҙгөһө. Рәсәй Федерацияһы мәғарифы Милли доктринаһында һәм Мәғарифты үҙгәртеп ҡороу концепцияһында әйтелгәнсә, заман талаптарына яуап бирерлек сифатлы уҡытыу – мәктәптең иң мөһим бурысы.

Белемдең сифаты – дәүләт күләмендә ил үҫешенең бөгөнгө тормош ихтыяждарына тура килеүе ул. Педагогик күҙлектән ҡарағанда, ул белемдәрҙең билдәле бер йыйылмаһын үҙләштереүгә генә түгел, шәхес үҫешенә йүнәлтелеүенә лә ҡайтып ҡала.

“Рәсәйҙә белем биреүҙе модернизациялауҙың 2010 йылға тиклемге концепцияһы” 2002 йылда ҡабул ителгәйне. Ошо ваҡыттан алып бөгөнгө көнгә ҡәҙәр белем биреүҙең йөкмәткеһен һәм методикаһын, алымдарын үҙгәртеп ҡороу актуаль проблема булып ҡала. Һуңғы йылдарҙағы үҙгәрештәр уҡытыуҙың йөкмәткеһен һәм методикаһын өр-яңынан ҡарап сығыуҙы, фәндәрҙе өйрәнеүгә яңыса ҡараш булдырыуҙы талап итә. Белем биреүҙе модернизациялау – күптән формалашҡан системаны емереп ташлау тигән һүҙ түгел, уҡытыуҙа методиканың һуңғы ҡаҙаныштарын, яңы технологиялар ҡулланыуҙы практикаға индереү менән бәйле үҙгәртеп ҡороуҙы аңлата.

Үҙгәртеп ҡороу заманы ҡуйған талаптарҙы уңышлы хәл итеү өсөн уҡытыуҙың йөкмәткеһен нигеҙенән үҙгәртеүгә бәйле яңы “технологиялар” ҡулланыу, “метод”, “методика” тигән төшөнсәләрҙе асыҡлау урынлы булыр.

Метод - берәй эшмәкәрлек өлкәһендә ҡулланылған ысул, алым, юл, алымдар системаһы. Мәҫәлән, эш методы, уҡытыу методы, яңы теманы аңлатыу методы һ.б.

Уҡытыу методы – уҡытыусы эшмәкәрлегенең айырым дәрескә һайлаған төп йүнәлеше, “уҡыусының белем, оҫталыҡ һәм күнекмәләргә эйә булыуына, һәләтлектәре үҫеүенә ярҙам итеүсе эш ысулдары”.

Уҡытыу методының теге йәки был төрө методик алымдар ярҙамында тормошҡа ашырыла. Икенсе төрлө әйткәндә, методик алымдар – методтың состав өлөштәре, дәрес барышын төрләндереү саралары.

Методика - теге йәки был фәнде уҡытыу методтары тураһындағы тәғлимәт. Мәҫәлән, башҡорт телен уҡытыу методикаһы, телмәр үҫтереү методикаһы һ.б.

Технология – төрлө нәмәләрҙе эшләү һәм эшкәртеү ысулдары, эш алымдары. Мәҫәлән, деталдәрҙе эшләү технологияһы. Дәрес технологияһы. Педагогик технология

Педагогик технологиялар тураһында

“Педагогик технология” төшөнсәһе 3 мәғәнәлә ҡулланыла: 1) педагогика фәненең үҙенсәлекле уҡытыу маҡсаттарын, йөкмәткеһен, методтарын тәҡдим итә һәм өйрәнә торҡан өлөшө; 2) уҡытыуҙың һөҙөмтәлелегенә ирешеү өсөн хеҙмәт итә торған маҡсаттар, йөкмәткеһе, метод һәм саралар берҙәмлегенең ҡулланылыуын аңлатыу; 3) технологик (педагогик) процесты ғәмәлгә индереү тәртибе.

Тимәк, педагогик технологиялар – белем һәм тәрбиә биреү сифатын күтәрергә булышлыҡ итеүсе маҡсатҡа ярашлы эффектив формаларҙы, алымдарҙы, методтарҙы берләштереүсе система.

Ниндәй генә педагогик технология юҡ бөгөн?! Проблемалы уҡытыу, коммуникатив уҡытыу, төрлө кимәлле, дифференциаль уҡытыу, индивидуалләштереп уҡытыу, программалы уҡытыу, күмәкләп уҡыу, блоклап уҡытыу, үҫтереүсе уҡытыу һәм башҡалар.

Педагогика фәнендә яңы технологияларҙы төркөмләүҙәр ҙә бар. Уларҙы классификациялағанда иң мөһим үҙенсәлектәренә һәм билдәләренә иғтибар ителә:

1. ҡулланыу кимәле;

2. философик нигеҙе;

3. методологик принциптары;

4. шәхесте үҫтереүсе төп факторҙары;

5. тәжрибәне үҙләштереү, ҡулланыу механизмының фәнни концепцияһы;

6. технологияның йөкмәткеһе һәм структураһы;

7. социаль-педагогик эшмәкәрлектең төп төрҡ (дидактик, тәрбиәүи, үҫтереүсе);

8. уҡытыу-тәрбиә процесы менән етәкселек итеү тибы;

9. төп методтары, алымдары;

10. ойоштороу формаһы;

11. уҡытыу йыһаздары;

12. уҡыусы һәм уҡытыусы эшмәкәрлеге берҙәмлеге;

13. үҙгәртеп ҡороу йүнәлеше;

14. шәхестең төрлө (белем, аҡыл, эстетик, әхлаҡи, практик, ижади, физик, эмоциональ) сфераларына маҡсатлы йүнәлеше.

Теге йәки был технологияны һайлағанда уҡытыусы өс шартты белергә тейеш: 1) технологияның үҙенсәлеген аңлау (концептуаль нигеҙе, йөкмәткеһе, метод һәм алымдары); 2) ниндәй маҡсат менән ҡулланыу; 3) предметыңды яҡшы белеү һәм ижади эшкә әҙер булыу. Әлбиттә, өс шарт та бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән. Теорияны һәм методиканы үҙләштереп, уны практикала ҡуллана белеү, ҡуйылған маҡсатҡа эҙмә-эҙлекле рәүештә бара белеү мөһим.

Яңы технологияларҙың бер нисәһе:

1. Адаптив система.

2. Уйын технологияһы.

3. Хеҙмәттәшлек педагогикаһы.

4. Ш.А. Амонашвили технологияһы.

5. В.Ф. Шаталов технологияһы.

6. Уҡыу-уҡытыуҙы шәхсиләштереү технологияһы.

7. “Мәҙәниәттәр диалогы” технологияһы.

8. Проблемалы уҡытыу.

9. Белем биреүҙә интеграция технологияһы

10. Белем биреүҙе проектлау технологияһы

11. Компьютер технологияһы.

Проектлау технологияһы

Проектлау технологияһы – педагогик процесты планлаштырыуҙа ҡулланыла торған үҙенсәлекле методик система ул. Проект һүҙе белем биреү процесын алдан күҙаллау тигәнде аңлата. Ысынлап та, дәрестә өйрәнеләһе материалдың йөкмәткеһен, уҡытыусының һәм уҡыусының дәрестәге эшмәкәрлеген, эш алымдарын, көтөлгән һөҙөмтәләрҙе алдан билдәләп ҡуйыу проектлау технологияһының төп асылын тәшкил итә. Ул эште алдан планлаштырыуҙы, эҙмәэҙлекле этаптар буйынса ойоштороуҙы һәм ҡатмарлана барған практик эштәрҙе башҡарып, балаларҙың үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереүҙе һәм төрлө күҙәтеү алымдарын ҡулланыуҙы күҙ уңында тота.

Проектлау технологияһын ҡулланыр алдынан уның төрҙәрен асыҡлайыҡ.

1) Уйын проекты. Уның нигеҙендә ролләп уйнау ята. Уҡыусылар ниндәй ҙә булһа бер ситуация уйлап сығара (проекттың проблемаһы, маҡсаты билдәләнә), уҡыусы нимә өйрәнергә тейешлеге билдәләнә, төркөмдәрҙә эш ойошторола. Шунан сәхнәләштерелгән уйын буйынса һығымта яһала, дискуссия алып барыла.

2) Эҙләнеү проекты . Был проект – фәнни-тикшеренеү эшенең бер төрө ул. Һуңғы ваҡытта уҡыусыларҙың фәнни-тикшеренеү эштәренә иғтибар ныҡ артты.

3) Ижади проект. Ул презентация, видеофильм, экспедиция, һүрәт, ниндәй ҙә булһа байрам сценарийы һ.б. формаларҙа булырға мөмкин. Был проект та эҙләнеү, ижади эш, һөҙөмтәне яҡлау этаптарынан тора. Мәҫәлән, “Ҡыҙыҡлы грамматика” китапсығын әҙерләү.

4) Информацион проект. Исеменән күренеүенсә, ул мәғлүмәт менән бәйле: уҡыусылар үҙҙәре мәғлүмәт таба, эштең һөҙөмтәһе газета, доклад, презентация рәүешендә бүтәндәргә баҫма формала таратыла йәки Интернет селтәренә урынлаштырыла.

5) Логик-мәғәнәүи модель (ЛММ) – шулай уҡ проект технологияһының бер төрө. Унда мәғлүмәт схема рәүешендә тәҡдим ителә. Уртаға тема яҙыла, тикшереләһе мәсьәләләр координаттарҙа төйөндәр менән билдәләнә. ЛММ – кодлаштырылған конспект ул.

Проект өҫтөндә эш этаптары.

1. Проект темаһын тәҡдим итеү. Мәсьәлә ҡуйыу.

2. Эштең дөйөм йүнәлешен һайлау. Балаларҙы төркөмдәргә бүлеү. Эш планын төҙөү. Мәғлүмәт йыйыу алымдарын һайлау һәм эҙләнеүҙе башлау. Беренсе һөҙәмтәләрҙе тикшереү.

3. Проектты презентациялау (тапшырыу) һәм яҡлау.

4. Йомғаҡлау. Һығымта яһау.

Проектлау технологияһының әһәмиәте:

1) ул грамматик (йәки әҙәби) материалдың бөтә үҙенсәлектәрен бергә йыя, бер урынға туплай;

2) өйрәнеү ваҡытын экономияларға ярҙам итә; практик эштәргә күберәк ваҡыт ҡала;

3) тәҡдим ителгән проект уҡыусыға тикшеренеү, үҙ аллы белем алыуҙа таяныс ролен үтәй;

4) проектты файҙаланып, уҡыусылар дәрестә үҙидаралыҡ алымдарын өйрәнә.

Проектлау методын төрлө маҡсаттарҙа, төрлө дәрестәрҙә ҡулланырға мөмкин. Әммә был тик ошо метод менән генә уҡытыу тигәнде аңлатмай, уны уҡытыусы үҙенә кәрәкле тип һанаған саҡтарҙа ғына ҡулланырға тейеш. Проект методы уҡыусының ихтыяр көсөн, ижади мөмкинлектәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, уҡыусылар фәнни-тикшеренеү эшенә йәлеп ителә.

Проект технологияһы түбәндәге бурыстарҙы үтәй:

· Эш барышы уҡыусының кәйефенә тәьҫир итә һәм теманы өйрәнеүгә теләк уята.

· Уҡыусыны билдәле бер тема өҫтөндә ижади эшләргә, төрлө сығанаҡтарҙы ҡулланып, үҙ аллы мәғлүмәт табырға өйрәтә.

· Проект эшен ойоштороу барышында уҡыусылар үҙ-ара аралаша, бер-береһенә йоғонто яһай, уҡытыусы контролер ролен түгел, ә консультант ролен үтәй.

· Бөтә уҡыу процесы уҡыусыға йүнәлтелә, уның ҡыҙыҡһыныуы, тормош тәжрибәһе һәм шәхси һәләттәре иҫәпкә алына.

· Уҡыусыла конкрет проект буйынса конкрет эшкә индивидуаль һәм коллектив яуаплылыҡ уята.

· Бергәләп эшләү уҡыусыға башлаған эште аҙағына тиклем еткерергә, эш һөҙөмтәһен документаль күрһәтергә өйрәтә.

Проект эше уҡыусының интеллектуаль үҫешен тәьмин итә, уның фекерләү һәләтен үҫтерә, үҙ эшенә баһа бирергә өйрәтә. Ә баланың үҙ аллы фекерләү һәләтенә, аҡыл үҫешенә ирешеү – һәр уҡытыусының төп маҡсаты.

Белем биреүҙә компьютер технологияһы

Был технологияны төрлөсә атап йөрөтәләр: мәғлүмәти технология (информационная технология), мәғлүмәти-аралашыу технологияһы (информационно-комуникативная технология), мультимедиа технологияһы. Ҡайһылай ғына атап йөрөтһәләр ҙә, балаларға белем биреүҙә төп урынды комьютер биләй. Бәлки, уны белем биреүҙә заманға ауаздаш техник сараларҙы ҡулланыу тип тә атап булалыр.

Бөгөнгө мәктәптәрҙә электронлы дәреслектәр, программалар, һүҙлектәт бар. Шулай уҡ байтаҡ уҡыусыларҙың өйҙәрендә компьютерҙың булыуы ла һәйбәт күренеш. Бала һин дә мин компьютер менән аралаша, төрлө уйындарҙың программаларына үтеп инә. Мәктәптә үткәрелгән информатика дәрестәре лә балаға компьютер менән аралашырға, Интернет селтәренә сығырға ярҙам итә.

Тағы ла шуныһы әһәмиәткә лайыҡ: белем яғы самалы булған бала бермә-бер өлгәшә башлай, үҙенән алда барған тиҫтерҙәрен уҙып китмәгән хәлдә лә, белем кимәле яғынан улар менән тиңләшә ала.

Компьютер технологияһының ыңғай һәм кире яҡтарына ла туҡталып үтәйек. Технологияның ыңғай яҡтарына түбәндәгеләрҙе индерергә мөмкин:

- компьютер менән эшләүгә бала тиҙ ылыға. Шуның арҡаһында дәрес материалын үҙләштереүҙә әүҙемлеге арта;

- баланың техник күнекмәләрен үҫтерә;

- уҡыусыны үҙ аллы белем алыуға этәрә;

- яңы теманы үҙләштереү, дәрестең нығытыу этабында үҙләштерелгән материалдың моделен төҙөтөү уйын формаһын ала;

- күнегеү төрҙәренең һанын арттырырға мөмкинселек тыуа;

- бала, Интернет селтәренә инеп, мәғлүмәттәр менән таныша ала.

Был технология менән дәрес үткәреүҙең уңышы программаларҙың сифатына ла бәйләнгән.

Технологияның кире яҡтарына түбәндәгеләр инә:

- баның рухи булмышы иҫәпкә алынмай һәм үҫтерелмәй;

- айырым уҡыусының йәки төркөмдөң дәрес материалын үҙләштереү үҙенсәлектәрен күҙәтеп булмай;

- баланың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереүгә иғтибар ителмәй;

- дәрес материалы төрләндерелмәй, өҙөк-йыртыҡ рәүештә ҡыҫҡартылып бирелә;

- баланың белем һәм күнекмәләрен баһалау ҡалыплашҡан тестар үткәреүгә, компьютер программаһына яҡынлаштырылған һорау алыуға ғына ҡайтып ҡала.

Әлбиттә, белем биреүҙә компьютер технологияһын сама белеп ҡулланырға кәрәк. Компьютер программаһына һалынған материал баланың йәш үҙенсәлегенә тап килергә тейеш. Ҡайһы дәрес һөҙөмтәлерәк? Ана шуға етди иғтибар итергә кәрәк. Уҡыу-уҡытыу технологиялары үҙгәреп тора. Электронлы технологияларҙан тыш заманға ауаздаш башҡа технологиялар ҙа бар бит әле.

Төркөмләп эшләү технологияһы

Дәрестәрҙә яңылыҡлы алымдар ҡулланыуҙың төп бурыстары – фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, белем алыу теләген әүҙемләштереү, үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәт булдырыу, ихлас ярҙамлашырға өйрәтеү, уҡыусыларҙың ижади мөмкинлектәрен асыу һәм үҙаллылыҡты үҫтереү.

Төркөмләп эшләү алымының асылы кластағы уҡыусыларҙы 4-5 төркөмгә бүлеп, һәр төркөмгә бер консультант һайлауҙан һәм артабан бирелгән эште төркөмдәрҙең үҙ аллы башҡарыуынан тора.

Консультанттар – уҡыу алдынғылары. Уларҙың белеме алдан тикшерелә һәм уҡытыусы тарафынан әҙерләнгән планға ярашлы иптәштәренә һорауҙар әҙерләнә. Һорауҙар уҡытыусы менән уҡыусылдар бергәләп билдәләгән дәрес маҡсаттарынан һәм төп һорауҙарҙан сығып төҙөлөргә тейеш. Улар артыҡ күп бирелмәй, әммә һәр төркөм эшенең объектын билдәләүгә йүнәлтелә. Консультанттар уйларға бер нисә минут ваҡыт бирә һәм төркөмдәр сиратлап үҙ яуаптарын еткерә. Эштә һәр уҡыусының ҡатнашыуы мөһим. Һорауҙарҙың аҙаҡҡылары контроль һорау булып, ә алдынғылары ошо һорауға яуап биреүгә әҙерлек кеүек төҙөлһә, бик яҡшы, сөнки бындай эҙмә-эҙлелек уҡыусыларҙа бирелгән ҡатмарлы һорау алдында ҡаушап ҡалмаҫҡа ла ярҙам итә. Уҡыусы яуап биргәндә, башҡалар уның яуабын тулыландыра ала. Һуңынан төркөм менән бергә дөйөм һығымта яһала. Дәресте йомғаҡлағанда консультанттар төркөмдәргә, ә һәр төркөм үҙ эшенә анализ яһай һәм баһалай. Һуңынан – уҡытыусының баһаһы.

Төркөмләп эшләү алымын ҡулланғанда, әгәр уҡытыусы дәррестә кәрәкле психологик атмосфера булдыра ала икән, иң ҡыйыуһыҙ, оялсан, материалды аңлап бөтмәгән уҡыусы ла үҙен ышаныслы тотасаҡ. Сөнки, үткән теманы ни сәбәптәндер аңламай ҡалған икән, иптәштәренең фекер алышыуы процесында кәрәкле мәғлүмәтте еңел үҙләштерәсәк. Үҙ эшенән ҡәнәғәт булыу, шатлыҡ хисе балала ғорурлыҡ, үҙ һәләтен баһалауҙа ышаныс тыуҙыра, дәрестәрҙә тағы ла күберәк өйрәнеү, белеү теләге уята. Бындай эштәрҙән һуң әкрен уйлаусы бала ла етеҙерәк фекерләй башлай.

Коллектив уҡытыу алымы

Коллектив уҡытыу – уҡытыу процесын динамик парҙар төҙөп, аралашыу юлы менән ойоштороу тигән һүҙ. Коллектив менән эшләгәндә тексты өлөшләп эшкәртеү бик файҙалы. Ниндәй генә әҫәр булмаһын, башта тексты бер нисә өлөшкә бүлеп, өйрәтеү маршруты төҙөргә кәрәк. Маршрут төҙөлгәс, артабан эштәр түбәндәгесә ойошторола. Бер парта артында ултырыусы ике уҡыусы текстың тәүге өлөшөн бергәләп өйрәнә. Береһе тексты ярты тауыш менән уҡый, икенсеһе күҙәтеп бара. Һуңынан икеһенең береһе текстың йөкмәткеһен һөйләй, ә икенсеһе уны тулыландыра бара. Аҙаҡ бергәләп тәүге өлөшкә исем бирәләр һәм план төҙөйҙәр. Өлөшкә исем биргәндә, пландың пункттарын билдәләгәндә уҡыусылар араһында еңелсә бәхәс тыуырға ла мөмкин. Был уҡыусыларҙың фекерләү процесын әүҙемләштерә, һөйләмдәрҙе дөрөҫ төҙөү күнекмәләрен булдыра. Уҡыусылар тәүге өлөштөң исемен, планын дәфтәрҙәренә күсереп алалар ҙа айырылашалар. Һәр кем текстың артабанғы өлөшөн эшкәртеү өсөн үҙенә яңы пар таба.

Ҡатнашыусылар: уҡыусы -
уҡытыусы -
ижади төркөм -

Динамик парҙар эше

контроль индивидуаль
рәүештә ярҙам

Яңы парҙа уҡыусылар беренсе өлөштөң йөкмәткеһен ҡабатлайҙар, бер-береһенең планын сағыштыралар, кәрәк икән, үҙ пландарына үҙгәрештәр индерәләр. Береһе тәүге өлөш буйынса күҙәтеү яһай, икенсеһе тыңлап, төҙәтеп, тулыландырып бара. Бынан һуң улар текстың өлөштәре өҫтөндә эшләйҙәр. Һуңғы өлөштө өйрәнеп бөткәс, уҡыусы уҡытыусыға үҙ эшенең тамамланыуы тураһында хәбәр итә. Һәр бер уҡыусы үҙ фекерен әйтеп сығыш яһай, ә төркөм баһалай. Алып барыусы баһаларҙы уҡытыусыға еткерә, уҡытыусы уларҙы төркөм журналына теркәй һәм дәрескә дөйөм һығымта яһап, йомғаҡлай.

Баһа ҡуйғанда ошондай карта ҡулланырға мөмкин:


Дата
Тема, һорау
Конторль төркөмө
Баһа
Кем һораны?
Ҡултамға



Тиҙәйткестәр

Үҙегеҙ үҙегеҙҙең үгеҙегеҙҙең һәм үҙебеҙҙең үгеҙебеҙҙең мөгөҙҙәрен һындырғанһығыҙ ҙа үҙегеҙ үҙебеҙҙең үгеҙебеҙҙән күрәһегеҙ.
Һигеҙ һарыҡ – ыҙанда, һимеҙ һарыҡ – ҡаҙанда.
******************************************************************************
Һин ҡара, ҡара, ҡара, ҡара!
Өҫтәлдә – ҡара ҡара.
Кипкән ул ҡара, ҡара,
Бик кәрәк яңы ҡара,
Буялма тағы, ҡара!
*************************************************************************************
Ары ла йүгерә Зәпзәки,
Бире лә йүгерә Зәпзәки.
Тамаҡ ҡыра Зәпзәки,
Һаҡал һелкә Зәпзәки.
*************************************************************************************
Шау, шау, шау ҡамыш,
Шау ҡамыштың араһында
Алтын башлы бер ҡамыш.
*************************************************************************************
Турғайлы туғайҙағы талға тамға тамғалағандар.

Туғаным туҙғанаҡ туҙҙырған.
Ҡыҙыл үгеҙебеҙҙең мөгөҙө быҙауыбыҙҙы маҙаһыҙлай.
******************************************************************************
Ҡыйын өҙҙөрттөрҙөләр, сүбен өйҙөрттөрҙөләр, саңын өрҙөрттөрҙөләр.
*******************************************************************************
Кәмәләрегеҙҙе ыҫмалаланығыҙмы әллә ыҫмалаламанығыҙмы, үҙегеҙҙекен ыҫмалалаһағыҙ, беҙҙекен дә ыҫмалалашырһығыҙ әле.
***************************************************************************
Аҫыл менән Баһыл лас та лос,
Усман менән Ғосман тас та тос.
*******************************************************************************
Дүсмәттең Асатау өҫтөндәге өс уҫаҡҡа ҡорған таҙғағы туҙған.
(таҙғаҡ – кейек күҙәтеү өсөн ағас башына яһалған урын).
*******************************************************************************
Усыма усаҡтан уҫаҡ осҡоно төштө.
******************************************************************************
Бәҙриҙең бөҙрә Бәҙәре биҙәкһеҙ биҙрәһен биҙәкләткән.
*******************************************************************************
Баҫмала ылыҫ, баҫма ыҫмалаланған, ылыҫ ыҫмалаланмаған; баҫма ла ялтырай, ылыҫ та ялтырай; баҫмаға баҫ, ылыҫҡа баҫма.
************************************************************************************
Тағарағымды сағанға элгән генә сағымда, абағаның һабағы табаныма ҡаҙалды.
Һары һаҡаллы Һаҙыйҙың һары Һарығолағы һары һаламда ята.
Тайғаҡта таяҡҡа таянһаң, таймаҫһың.
*******************************************************************************
Ҡыҫала ҡыҫа тип, ҡустым ҡысҡырып ҡаса.
*******************************************************************************
Беҙҙең кәзәбеҙ мөгөҙлө, һеҙҙең кәзәгеҙ мөгөҙһөҙ.
*******************************************************************************
Мөйөштәге мейестә бәлеш бешергә тейеш.
*******************************************************************************
Таңғы ҡыңғырау ҡыңғыраны.
*******************************************************************************
Эҫе усаҡтың эсендә быҫҡып ята сей уҫаҡ.
******************************************************************************
Баҫма аҫтына баҫма.
Өҫтәге өс өҫтәл эстәге өс өҫтәлдән ыҫпайыраҡ.
*******************************************************************************
Кәмәнең аҫтын ысынлап ыҫмалаланыңмы?
*************************************************************************************
Әйттем таҡмаҡ таҡмаҡлап,
Һин дә миңә тап таҡмаҡ.
Һалҡын һыулы Һаҡмарҙа һайрай һары һандуғас.

Күрҙем ҡарға: төштө ҡарға,
Ҡарға төштө аҡ ҡарға.
Шул ҡарғаны күрер өсөн
Ҡарға йыйылды ҡарға.
*************************************************************************************
Ҡара ҡарға ҡунған ҡарға,
Ҡарға ҡунған аҡ ҡарға.
Шул ҡарғаны ҡарар өсөн
Ҡарға йыйылған ҡарға.
*************************************************************************************
Ҡара ҡарға ҡарҙан бара,
Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға.
*************************************************************************************
Мейес башында биш бесәй,
Биш бесәйҙең биш башы,
Биш бесәйҙең биш башына
Емерелмәһен мейес ташы.




This site was made on Tilda — a website builder that helps to create a website without any code
Create a website