Бала тәрбиәләүҙә ғаиләнең роле
Ғаилә - ир менән ҡатындың бергәләп төҙөгән ябай, әммә әһәмиәтле бер ҡоролошо ул. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Сабыйын тәү тапҡыр күкрәгенә ҡыҫҡан әсәнән дә бәхетлерәк, бала һөйөүенә төрөлөп йәшәгән атайҙан да ғорурыраҡ кеше, шат ауаздарға күмелгән йорттан да яҡтыраҡ мөхит бармы икән донъяла? Бала тәрбиәләү - ауыр һәм яуаплы хеҙмәт. Һеҙ һәр берегеҙ ғәзиз сабыйығыҙ аҡыллы, лайыҡлы кеше булып үҫһен өсөн көсөгөҙҙө ҡыҙғанмай, улар күңеленә бары изгелек орлоҡтары сәсергә тырышаһығыҙ. Шуға ла ата-әсәләр иң ҙур хөрмәткә лайыҡ.
Ғаиләлә ата-әсә өсөн иң мөһиме -баланын кеше булып үҫеүе. Халҡыбыҙ был теләкте үҙенең мәҡәл-әйтемдәрендә сағылдыра килгән. “Ата-әсә теләге утҡа, һыуға батырмаҫ”,”Атай- алтын ҡаҙаҡ,әсәй- алтын ҡанат”,”Атай булмай атай ҡәҙерен белмәйһең,әсәй булмай әсәй ҡәҙерен белмәйһең” тип балаларҙы ата-әсәгә ҡарата мәрхәмәтле, изгелекле булырға өндәй .Бала кем генә булмаһын үҙ ғаиләһен ярата, хөрмәт итә.Тыуған илде яратыу, дуҫлыҡ төшөнсәһен белеү, бөтә кешеләргә хөрмәт менән ҡарау, дөрөҫлөктө һөйләү, алдашыуҙы яратмау кеүек бөтә был һәләттәргә бала ғүмере буйы өйрәнә . Әҙәпле кеше үҙ һүҙенә, эшенә тоғро кеше. Әммә иң мөһим әхләҡи ҡиммәттәр бала саҡта һалына. Бала бәләкәй саҡтан атаһына, әсәһенә ҡарап өйрәнә. Яҡшы -яман, изгелек -яуызлыҡ төшөнсәһен тиҙ генә отоп ала. Артабан бала тәрбиәләүҙә гимназия мөһим роль уйнай, әммә ата-әсәнең йоғонтоһо ҙур булып ҡала. Әгәр ғаилә һалған тәрбиә менән мәктәп тәрбиәһе тап килһә, бала күңелендә уҡытыусыларға ла, тәрбиәселәргә лә, иптәштәренә лә ышаныс нығына. Ғаиләлә, мәктәптә балалар өйрәнә. Балаларҙың ихтирамлы булыуын теләһәгеҙ, иң тәүҙә уларға ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы, һәм изге күңелле булыу кәрәк. Һәр саҡ тыйып
тороуҙар, аҡырып-екереп аҡыл өйрәтеүҙәр - үҙҙәре үк тиҫкәрелек тәрбиәләй, үҫмерҙәрҙә кирелек, ҡаршылашыу, асыу тыуҙыра. Һәр ғаиләлә ата-әсә, балалар өсөн көнкүреш эштәре иҫәп-хисапһыҙ.Һәр кем унда үҙ ярҙамын күрһәтә ала. Үҙ әйберен тәртиптә тоторға, өй йыйыштырыу,бәләкәй туғандарҙы ҡарау, мал-тыуар, баҡса эштәрендә ярҙам итеү кеүек ябай ғына эштәр балаларҙы ололарға ярҙам ҡулы һуҙырға өйрәтә.
Тәрбиә эшендә иң мөһиме - балаға карата һәр эштә теүәл була белеү. Белем алыу-ауыр хеҙмәт. Ул ҙур тырышлык, түҙемлелек һәм эш талап итә.Шуңа күрә балала ихтыяр көсө тәрбиәләү бик мөһим. Сабый бала төрле эштәрҙе теләп башкара, ә инде ҙурая төшкәс, әгәр һәр эште уның өсөн өлкәндәр эшләй торған булһа, балала үҙаллылык һәм тырышлык тәрбияләү ҡыйынлаша, шуның өсөн балағыҙҙы кесе йәштән үк үҙ-үҙенә хеҙмәт күрһәтергә өйрәтеү, ҡулынан килә торган бөтөн эште үҙенән эшләтеү мөһим. Шул сакта гына ул һәрсак берәр шөғөл менән мәшғүл буласак.
Билдәле булыуынса бала телевизорҙа, кинола, театрҙа, интернет селтәренән ҡарап та изгелек-яуызлыҡ төшөнсәһен үҙенә һеңдерә. Ундағы супер геройҙарға оҡшарға тырыша.Балаларҙың ҡырыҫ тәбиғәте, һүгенеү , бер-береңде ихтирам итмәү кеүек әшәке хәлдәрҙе бала тиҙ генә отоп ала. Бындай кино, фильмдар баланың нығынып етмәгән аңын ҡаҡшата. Шуның өсөн бала үҙаллы телевизор ҡарағанда, компьютерҙа ултырғанда уларға күҙ һалырға кәрәк. Тәрбиә эшендә вак әйбер юк. “ Баланы үҙ-ара һөйләшкәндә йәки уға бойороҡ биргәндә генә тәрбиәләйбеҙ, дип уйламағыҙ,- дигән А.Макаренко ата- әсәләргә мөрәжәгәт итеп. Һез аны тормошоғоҙҙоң һәр миҙгелендә. Хатта үҙегеҙ өйҙә юк саҡта ла тәрбиәләйһегеҙ. Нисек кейенәһегеҙ, башҡа кешеләр менән нисек һөйләшәһегеҙ һәм уларға ниндәй баһа бирәһегеҙ, нисек шатланаһығыҙ, йәки нисек борсолаһығыҙ, дуҫтарығыҙ менән нисек мөғәләмә итәһегеҙ, нисек көләһегеҙ, әҙәбиәтте нисек укыйһыгыҙ - былар барыһы ла бала өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.”
Балаларҙы тәрбиәләгәндә ғаилә тәрбиәһенә, халык педагогикаһына таяныу ярҙам итә: ата-әсә, өләсәй-олатай үрнәге, балаға ышаныс күрһәтеү, аңлатыу, өйрәтеү, үтенеү, кәңәш биреү, боронғолар һүҙенә таяныу һ. б.
Ғаиләлә бала әҙәплелектең төп ҡағиҙәләренә өйрәнә. Тәрбиәле баланың төп сифаты-кешеләргә ягымлы, тәмле телле булыу, уларҙы ихтирам итеү, кешелеклелек. Был сифаттарға нигеҙ бәләкәй саҡтан һалына.Олоно оло итеү, кеселәргә ярҙам итеү һәм уларға үрнәк булыу, намыҫлылыҡ, һаулыҡ, кунаксыллык сифаттары, хеҙмәткә мөнәсәбәт, төрлө һәнәрҙәргә өйрәнеү, гөмүмән, йәшәргә өйрәнеү нигеҙҙәре ғаиләлә тәрбиәләнә. Татыу гаиләлә тыуған балалар ата-әсәләренең иҙге ниәттәрен төплө аңлай, тормошта, эшһөйәр, әҙәпле һәм кешеләргә ихтирамлы, иғтибарлы була. Ундай ғаиләләрҙә татыулыҡ, миһырбанлыҡ ололарҙан кеселәргә күсә килеүсэн. халҡыбыҙ тормошонда ошондай яҡшы күсәгилешлек борондан күҙәтелгән. Шуға ла ундай ғаиләлә тыуған балалар,төплө тәрбиә алғандан һуң, донъяға ысын кеше булараҡ баға. Ғаилә - айырым донъя. Ғаилә аша ғына һин үҙ булмышыңды аңлайһың, бары тик унда ғына иң яҡшы кешелек сифаттарын, рухи көсөңдө үҫтерә алаһың. Балалар ата-әсәләренән өлгө ала. Улар ата- әсәнең ҡарашын, фекерләүен һәм рухи ҡиммәттәрен үҙләштерә, бөтә аҙымын ҡабатлай. Гимназия менән ғаиләнең бәйләнеше нығый барған һайын, балаларыбыҙ тәрбиәлерәк, уңыштарыбыҙ да ҙурырак булыр. Өйҙән йылы усағын һаҡлаған, милләт киләсәген хәстәрләгән балаларыбыҙ рухына ҡеүәт биргән ғаиләләр менән гимназиябыҙ ғорурлана ала. Хөрмәтле атайҙар, әсәйҙәр һеҙҙең балаларығыҙға ҡылған һөйөүегеҙ, түккән ваҡытығыҙ, көсөгөҙ мотлаҡ—һеҙҙе ҡыуандырыр яҡты киләсәк булып— әйләнеп ҡайтасаҡ.
("Шоңҡар" журналы материалдары ҡулланылды)
Әлифба байрамы
Класс бүлмәһе байрамса биҙәлгән. Стенала мәҡәлдәр яҙылған, һүрәттәр эленгән.
Байрам барышы
Уҡытыусының инеш һүҙе.
Хәйерле көн , хөрмәтле әҫәйҙәр, ҡәҙерле балалар, ҡунаҡтар. Бөгөн беҙҙә ҙур байрам- Әлифба байрамы. Бөгөн беренсе синыф уҡыусылары ҙур шатлыҡ кисерәләр,сөнки улар әлифбаның 42 хәрефен өйрәнеп, уны уҡып бөттөләр һәм уның менән бөгөн хушлашалар.Әлифба байрамы- уҡыусыларҙың ярты йыллыҡ эшенә йомғаҡ яҫау тантанаһы ул. Балалар уҡырға, яҙарға, әдәпле булырга, өлкәндәрҙе һәм кескәйҙәрҙе ихтирам итәргә, коллектив менән дус һәм татыу йәшәргә, ирешкән уңыштарға шатланырға, ярҙамсыл булырға өйрәнделәр. Беренселәрҙе ошо тәүге еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ.
Кәҙерле ата- әсәләр! Әлифба байрамы һеҙҙең өсөн дә зур танатна. Балаларыгыҙҙың ирешкән уңыштарында һеҙҙең дә өлөшөгөҙ бар. Хәҙер һүҙҙе уҡыусылырға бирәбеҙ.
1. Әй яраттым әсәйемдең
Миңә китап уҡыуын.
Әкиәт тыңлай башлаһам,
Кәрәкмәй миңә уйын.
Көн буйына тыңлар инем,
Күп шул әсәйҙең эше.
2. Ниңә кесе йәштән үк,
Уҡымай икән кеше?
Шуға тиҙрәк мәктәпкә
Бараһым килде минең.
Үҙем уҡырға өйрәнһәм,
Гел китап уҡыр инем.
3. Башланып китте уҡыуҙар
«А» тигән хәреф менән.
Атайҙарыбыҙ ҙа беҙҙең
Башлаған әнә шунан.
4. Инде һуңғы хәрефкә лә
Барып еттек беҙ бер саҡ.
Бар серҙәрен әйтергә
Асылды беҙгә китап.
5. Хәрефтәрҙе тиҙ өйрәндек,
Һүҙҙәр теҙеп уйнаныҡ.
Көн дә иртән һағынып килдек,
Мәктәптән беҙ туйманыҡ.
6.Яҙырға ла өйрәндек
Ручка тотоп ҡулдарға.
Хәрефтәрҙе теҙҙек беҙ
Тигеҙ матур юлдарға.
7.Ҙур ярҙам итер беҙгә
Дәрестә алған белем.
Таяныс булыр юлда
Әлифба биргән белем.
Йыр (“Өйрәтәләр мәктәптәрҙә” (М. Пляцковский һүҙҙәре, В. Шаинский көйө) башҡарыла.)
“Әлифба” китабы күңелһеҙ генә керә.
1 укыусы: Ҡарағыҙ әле, байрамға ҡунаҡ килә.
Әлифба: Һаумыһыгыҙ, балалар!
Бергә: Иҫәнме, китап дуҫ! Һин ниңә былай күңелһеҙ?
Әлифба: Мин исемемде юғалттым, оҙаҡ эзләнем, таба алманым.
Бергә: Ҡайғырма, китап дуҫ. Беҙ һиңә ярҙам итәбеҙ.
Әлифба: Рәхмәт һеҙгә, дуҫтар.
(балалар хәрефтәр тотоп йүгөрөп сығалар. Улар үҙ-ара һөйләшәләр)
Ә хәрефе:
Беҙҙең әтәс күлдәк кейгән
Көрән, зәңгәр, йәшелдән.
“Ә” хәрефен, иркәләнеп,
Суҡышына йәшергән.
Л хәрефе:
“Л” бит лимон кеүек түгел,
Ул бит хас та ҙур ҡыуыш.
Ямғыр килә йәшенләп,
Индерә беҙҙе ҡыуып.
И хәрефе:
“Икмәк”,”игенсе” тигәндә
Ишетелә “И” өнө.,
Йәнә йәйге йәшендең,
Уғы шул хәреф төҫлө.
Ф хәрефе:
“Ф” бер саҡ тауыш ҡуптарған:
Йәнәһе, ул - ябалаҡ.
Бар шул ике дүңгәләге:
Әллә күҙ, әллә ҡолаҡ.
Б хәрефе:
Яңғыратып тирә-яҡты,
Булат иң алдан бара.
Барабаны менән бергә
“Б” шулай юлдар яра.
А хәрефе:
Оҡшаған ул ракетаға,
Ул баҫыуҙа бағана ла.
Уны белә һәр бер бала:
Алфавитты башлай бит “А”
Уҡытыусы: Кем бу хәрефтәрҙән һүҙ төҙөй?
(Беренсе уҡыусыһы Әлифба һүҙен төҙөй.)
Әлифба: Бына бит минең исемем! Исемемде таптым! Мин бит - Әлифба! Ниндәй ҙур шатлыҡ! Рәхмәт, һеҙгә балалар!
Бергә: Һәммәбеҙҙең үҙ урыны —
Барыбыҙ ҙа кәрәкле.
Безҙе Әлифба китабы
Дуҫ булырға өйрәтте.
Алып барыусы: Балалар, беренсе сентябрь көнөн хәтеребеҙгә төшөрәйек әле: ул көндө беҙ беренсе тапҡыр мәктәпкә килдек. Ләкин ул саҡта беҙ уҡый ҙа, яҙа ла белмәй инек. Бөгөн беҙ бар хәрефтәрҙе лә таныйбыҙ, хәатта әкиәт, хикәйә, шиғырҙарҙы ла матур итеп уҡый беләбеҙ. Уны барыһына ла беҙҙе тылсымлы әлифба өйрәтте.
8. Алтын яуған көҙгө көндә,
Тыйнаҡ үттек беҙ класҡа,
Әлифбаны ҡулға алдыҡ,
Әй һөйөндөк шул саҡта.
9.Әлифба,Әлифба,
Беренсе битеңде
Асҡан көн хәтерҙә
Зур байрам шикелле.
10. Хәҙер әсәй мин ҙур үҫтем -
Уҡый-яҙа беләмен.
Әлифбаның шиғырҙарын
Яттан һөйләп бирәмен
11. Ниндәй күңелле хәреф белеүе
Шул хәрефтәрҙән һүҙҙәр төҙөүе
Ҡыҙыҡ әкиәтте уҡыуы рәхәт,
Рәхмәт, әлифба, һиңә ҙур рәхмәт.
12. Әлифбам, Әлифбам-
Һин тәүге китабым
Хәрефтәр өйрәндем
Шиғырҙар ятланым
13. Әлифбам, әлифбам
Тылсымлы китабым.
Мин һине дуҫым тип,
Яратып атаным.
14. Яҙырға өйрәттең
“Әсәйем “ һүҙен дә,
“Атайым” һүҙен дә,
Тырышам үҙем дә.
15. 42 хәреф менән
Таныштыҡ беҙ тиҙ генә
Оло ярҙамсы булдың һин
Рәхмәт инде, Әлифба.
16. Өйрәтте әлифба беҙҙе
Тәбиғәтте һөйөргә
Бәләкәй дуҫтарыбыҙға
Бул, һин, дуҫым, тиергә
17. Өйрәттең таҙа булырға
Бөхтәлекте һаҡларға
Уҫал, насарҙарҙан беҙгә
Бәләкәстәрҙе яҡларға
18. Ҡәҙерләп йөрөттөк беҙ һине
Буяманыҡ, йыртманыҡ
“Өф” итеп кенә һаҡланыҡ
Төштә күреп йоҡланыҡ
19. Рәхмәт һиңә, Әлифбабыҙ,-
Белем юлының башы,
Асыштарҙың, табыштарҙың,
Бәхеттең нигеҙ ташы.
“Әлифба” йыры башҡарыла.
Укытыуҫы.Ә хәзер, без ата- әсәләребеҙгә , ҡунаҡтарға нимәләр белеүебеҙҙе күрһәтеп, уларҙы ҡыуандырырға теләйбеҙ.
20.Беҙ уҡырға, яҙырға,шиғырҙар һөйләргә,мәсьәләләр сисергә өйрәндек.
Әлифба: Тикшереп карыйк әле!
.Кем зирәк,тапҡыр икән,
Һынап карыйк,әйҙәгеҙ.
Һеҙ яуаптар табыгыҙ,
Мин табышмак әйтәмен.
a) Юк, аяғы, юк күҙе,
Һөйләй, өйрәтә үҙе.
Телгә унан оҫта юҡ,
Унан яҡын дуҙ та юҡ. (Китап)
b) Сумка тотып керәһең,
Белем төйәп сығаһың. (Мәктәп)
c) Төрлөһө төрлө төҫтә,
Барыһы ла бер эштә. (Буяу каләмдәре)
d) Аҡ яланда ҡара малай,
Ҡыҙыу йөрөп, эҙ яһай,
Эҙ яһамай, һүҙ яһай. (Ручка)
Әлифба: Афарин, балалар, ә ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?
21 Китап- белем шишмәһе.
22. Белеме барҙың- ҡәҙере бар.
23. Ике уйла, бер һөйлә.
24. Әйткән һүҙеңдә тора бел.
...
Әлифба: Тиҙәйткестәр өйрәндегеҙме? Йә, әйтегеҙ әле.
28. Әрмәнде һуҙған телен,
Әйҙә кил дә ҡун себен.
29. Ләлә китап ярата,
Ләлә ҡурсаҡ уйната.
30.Төлкө бешерҙе бутҡа,
Торна килде ҡунаҡҡа.
31. Алма беште алланып,
Ашай Морат шатланып.
32.Сабып килә күк ҡолон,
Ҡойроғо бөҙрә толом.
33. Там, там, тамсы, там, тамыуыңды яратам.
34. Тапланған китап,
Китапты тап!
Тапҡас китапты,
Китмә тапап!
Әлифба : Ә хәҙер миңә нисек уҡығанығыҙҙы күрһәтегеҙ әле. Кем етеҙерәк.
Вероника : йөҙҙә беренсе биттә “Ҡомһоҙ эт” тураһында уҡыныҡ.
Һаран булырға ярамай!
Линар : йөҙҙә бишенсе биттә “Төлкө менән торна” әкиәтен укыныҡ.
Нияз : һикһән бишенсе биттә “Бал” тураһында уҡыныҡ.
Сөмбөл : йөҙҙә егерме туғыҙынсы биттә “Һабантуй” тураһында уҡыныҡ.
Винер : туҡһан өсөнсө биттә “Ике кәҙә” тураһында уҡыныҡ.
Руслан: 117 биттә “Балыҡсылар” тураһында уҡыныҡ.
...
Әлифба . Тағы ла ниндәй һөнәрҙәрегеҙ бар?
Танец «Если весело живется»
Әлифба Афарин , балалар!
Мин - Әлифба, Әлифба
Бөтәһенә лә оҫта
“А” –нан башланып китәм
“Я”- ға хәтлем юл үтәм.
Һәр хәрефем тылсымлы -
Төшөнә бар ошоно.
Минең менән кем туған-
Шул була тырыш, уңған.
Шатлығым ҙур- барығыҙ ҙа
Көр күңелле , иҫән-һау.
Арағыҙҙа, миҫал өсөн,
Юҡ, тапманым бер ялҡау.
Уҡытыусы: Иң тырыш, уңған уҡыусыларҙы билдәләп үткем килә.
Миҙалдар тапшыра.
Уҡыусылар
36. Уҡырға өйрәнгәс инде
Күп китаптар уҡырбыҙ.
Әлифбаны һәр ваҡыт
Күңелдәрҙә һаҡларбыҙ.
Әлифбаға арнап йыр йырлана . Г. Ишҡыуатова « Әлифба” йыры.
37. Беренсе китап һин булдың
Әлифба дуҫ, хуш инде
Юҡ та хуш түгел, иҫән бул,
Һин айырылмаҫ дуҫ инде
38.Белем һарайын асып керергә
Беҙҙең ҡулдарҙа хәҙер бар асҡыс
Һәр бер уҡыусы бик күп уҡыһын
Китап иң яҡын дуҫығыҙ булһын.
39. Рәхмәт, әлифба, һин беҙҙе
Әллә күпме үҫтерҙең
Яңы баҫҡысҡа күтәрҙең
Туған телгә күсерҙең
Шул саҡ ишек шаҡыйҙар . Почтальон инә.
- Балалар һеҙгә телеграмма килтерҙем.
Уҡытыусы телеграмманы уҡый.
«Ҡәҙерле , балалар, Һеҙҙе байрамығыҙ менән ҡотлайым. Тырышып уҡығыҙ, өлкәндәрҙе тыңлағыҙ, китапты, мәктәпте һәм өлкәндәрҙе, туған телегеҙҙе яратығыҙ. Һеҙгә бүләк итеп туған тел китабын ебәрәм. Уны ҡәҙерләгеҙ. Үҙем тиҙҙән килеп етермен. Туған тел. “
Әлифба Ярай, балалар, мин һеҙҙең менән хушлашайым.
Гел шулай тырыш булығыҙ
Тырышты һөйә белем
Халҡым шатланһын һеҙгә
Ҡыуанһын тыуған илем.
БАЛАЛАР : Һау бул, Әлифба.
Уҡытыусы Әйҙәгеҙ туған телде саҡырайыҡ.
Уҡыусылар Туған тел, бик һағындыҡ, тиҙерәк кил.
Туған тел инә.
Һаумыһығыҙ, балалар!
Һеҙ көткәнде белдем мин
Шуға ашҡынып килдем мин.
Алыҫ- алыҫ ерҙәрҙән
Алып килдем һеҙгә әкиәттәр,
Матур- матур шиғырҙар,
Дәртле күңелле йырҙар.
Бүләк итеп Туған тел китаптарын тарата.
Балалар башҡарыуында йыр, бейеү.
Ә хәҙер уҡыусылар “Шалҡан” әкиәтен күрһәтерҙәр.
40. Их, матур мәктәп!
Их, рәхәт мәктәп!
Рәхмәт, тыуған ил!
Рәхмәт, мең рәхмәт!
41. Йөрәктәр ярһый
Бер теләк менән.
Вәғәҙә бирәбеҙ
Мең йөрәк менән:
Бергә: Тырышып уҡырбыҙ! Яҡшы эшләрбеҙ! Күңелле ял итербеҙ! Тиҙерәк үҫербеҙ!
“Мин үҫәм,үҫәм, үҫәм” йыры башҡарыла.
Уҡытыусы: хәҙер һүҙ ата-әҫәйҙәргә, килгән ҡунаҡтарға бирелә!
(Балаларҙы ҡотлау)

